Бөгөн рәсми рәүештә Союз тарҡалған көн

1991 йылдың 25 декабрендә СССР тарҡала, рәсми рәүештә Рәсәй Федерацияһы иле барлыҡҡа килә. Был көндә  СССР-ҙың тәүге һәм һуңғы Президенты Михаил Горбачев отставкаға китә. Ошо турала Юғары Совет күрһәтмәһенә ҡул ҡуйыла. Мәскәү ваҡыты менән 19 сәғәт 45 минутта Кремль өҫтөндә дәүләт триколоры күтәрелә.