Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны кәмей бара. Һуңғы тәүлектә 379 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. 21 пациенттың ғүмере өҙөлгән. Әле коронавирус менән 7 меңгә яҡын кеше ауырый, уларҙың күбеһе - 60 йәштән өлкәндәр. 239 кеше дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 411 пациент һауыҡҡан, тип хәбәр итәләр оператив штабтан.