Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнән 15 йәшлек Данил Ларуковтың теләген үтәне

Башҡортостанда "Теләктәр шыршыһы" тигән акция уҙғарыла. Радий Хәбиров акцияла ҡатнашыусыларҙың 4 теләге яҙылған уйынсыҡты һайланы. Данил Ларуков поезд йөрөтөп ҡарарға теләүе тураһында яҙған. Республика Башлығы Данил һәм уның ата-әсәһе менән Өфөнән Дим станцияһына  тиклем  электр поезында  барҙы.  Шулай  уҡ Ларуковтар  ғаиләһенә  "Орлан" поезына Өфөнән Ырымбурға тиклем һәм кире йүнәлешкә  бушлай  юл сертификаты  бирелде. Бынан тыш, Данил  поезд машинистары  өсөн тренажерҙарҙа бушлай шөғөлләнә аласаҡ. "Теләктәр шыршыһы" акцияһы  ил президенты  башланғысы  менән 2019 йылдан алып ойошторола.