«Юғалтыуҙар юҡ « фонды сиктәрендә әсәләрҙең көндәлек тормошон еңелләштереп социаль хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү ҡаралған. Ярҙамсылар аҙнаһына бер нисә сәғәт балаларҙы ҡарап тороп әсәләрҙе мәшәҡәттәрҙән бушата ала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПроектты дауам итеү өсөн фондҡа аҙна һайын 100 мең һум аҡса йыйыу талап ителә. Тулыраҡ мәғлүәмәт киләһе яҙмала.
Өфөлә йәшәүсе Динара менән Шамил Ильиндар өс бала тәрбиәләй. Яҙмыш ҡушыуы буйынса уларҙың урта улы церебраль фалиж менән яфалана, ә кинйә улдары насар ишетә. Ике малай ҙа даими эпилепсиянан интегә. Ҡаты ауырыусы балалар әсәһе ярҙамсы ҡулдар тураһында хыяллана.
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү өсөн «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды ойошторолдо. Уға ярашлы, төрлө сирҙәр менән ауырыған малай-ҡыҙҙарға ярҙам йөҙөнән аҡса йыйыла. Туппланған суммаға кескәйҙәр өсөн медицина аппараттары, дарыуҙар һатып алына, социаль хеҙмәткәрҙәр яллана.
Фонд көсө менән төбәктә әле 22 ғаиләгә ярҙам күрһәтелә. Уларҙың һәр береһенә аҙнаһына 12 сәғәт социаль хеҙмәткәрҙәр килеп ярҙамлаша. Проектты дауам итеү өсөн аҙна һайын 100 мең һум аҡса йүнәлтеү талап ителә. Сирләгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн фондың рәсми сайтына инеп хәйриә акцияһында ҡатнашырға була.
Флорида Ким