Башҡортостанда альтернатив энергия сығанаҡтары буйынса эштәр планлы алып барыла

Был турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә. “Благовещенда “Полиэф” компанияһы ҡояш электростанцияһы төҙөлөшө дауам итә. Әлегә обьекттың әҙерлеге 80 процентҡа баһалана. Проектҡа 250 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән.  Ҡояш батареялары предприятиела углерод газын ҡулланыуҙы кәметеп, “йәшел” электр энергияһын арттырыу мөмкинлеген бирә.  Обьектты киләһе йылдың беренсе кварталында сафҡа индереү ҡарала. Бөрйән, Хәйбулла, Стәрлебаш, Ғафури райондарында ҡояш электр станциялары эшләй, Ағиҙел ҡалаһында төҙөлөш дауам итә. Ҡояш батареялары кеүәте буйынса беҙ Рәсәйҙә тәүге бишәү иҫәбендә. Киләһе аҙым, ел энергетикаһын үҫтереү-бының өсөн  Бәләбәй ҡалҡыулығында барлыҡ мөмкинлектәр бар. Яңы гидроэнергетика ҡоролмаларын төҙөү буйынса ла эштәр алып барыла”, - тип яҙа  Радий Хәбиров.