Республикала коронавирус йоҡтороусылар аҙая

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 321 кешелә инфекция раҫланған, 20 кеше вафат булған. Әле дауаханаларҙа 200, өй шарттарында 6 мең самаһы кеше дауалана. Стационарҙағы 63 сирле ауыр хәлдә, тип табиптар. Башҡортостанда коронавирустан ревакциналау үтеүселәр арта. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 200 меңгә яҡын кеше прививкаһын яңыртҡан. Республикала вакцина алырға тейешлеләрҙең 81 проценттан ашыуы иммунизацияны тамамлаған. Ундайҙарҙың һаны - 2 миллион 15 мең самаһы. Препараттың беренсе компонентын 2 миллион 172 меңдән ашыу кеше алған.