Саҡмағошта ялан батыры исеме мәңгеләштерелде

Райондың Рапат ауылындаСоциалистик Хеҙмәт Геройы Ринат Йосоповҡа бюст асылды. Ринат Шәйхулла улы оҙаҡ йылдар Карл Маркс исемендәге колхозда эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ике тапҡыр Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. 1976 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме тапшырыла. Ялан батырының ҡыҙы Гөлназ Йәнгирова атаһы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Беҙ уның эшен дауам итәбеҙ. Саҡмағоштар ауыл хужалығында һынатмай”, ти Ринат Йосоповтың туғаны Айрат Йосопов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ринат Йосопов бюсы халыҡ аҡсаһына булдырылған.