Башҡортостанда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар проблемаһы хәл ителә. 2020 йылдан 1 мең ярымдан ашыу кешегә компенсация түләнгән. 10 объект буйынса түләүҙәр тулыһынса башҡарылған, тип хәбәр итәләр Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан. Башҡортостанда 43 проблемалы йортто төҙөп бөтөрөү, 29 йортта фатир алыусылар компенсация түләү тураһында ҡарар ителгән. Әле республикала 4 мең алданған өлөшсө бар. Уларҙың проблемаһын 2023 йыл аҙағына тиклем хәл итеү маҡсаты ҡуйыла.