Башҡортостанда бөтә ауыл һәм ҡалаларҙа сүп-сар сығарыу эше ойошторолған

Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт кәңәшмәһендә шулай тип әйтелде. Рөхсәт ителмәгән ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү йүнәлешендә эшләргә кәрәк. 2024 йылғаса 1 мең ярымдан ашыу ҡыйлыҡ бөтөрөлөргә тейеш. Экология эшмәкәрлеге йүнәлешендәге “йәшел рейтинг” һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республика илдә 35-се урынға ҡуйылған. Киләһе йылда ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә төп баҫым яһала, тип белдерелде кәңәшмәлә.