Андрей Назаров “Теләк шыршыһы” акцияһында ҡатнашты

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Өфө, Баймаҡ һәм Илеш районынан балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Улар Ҡыш Бабайҙан смартфон, компьютер планшеты һәм самокат һораған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Теләктәр шыршыһы” акцияһы 2019 йылда башланды. Быйыл унда 531 кеше ҡушылған. Унда Республика Хөкүмәте ағзалары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, артистар ҡатнаша. Улар етем, инвалид йәки мохтаж ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙың яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итә.