Республика менән идара итеү үҙәге – беҙҙең ҡаҙанышыбыҙ

Хөкүмәт Президиумы ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. “Эксперттар һәм республика ҡунаҡтары беҙҙең үҙәкте илдәге иң яҡшылар рәтенә индерә. Үҙәктә һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеүгә булышлыҡ иткән мәғлүмәт туплана”, - тине ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Декабрҙә Республика менән идара итеү үҙәгенә 9 мең самаһы мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Юлдарға бәйле һорауҙар беренсе урында тора. Артабан һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа һәм төҙөкләндереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр килә. Республика менән идара итеү үҙәге  Инцидент-менеджмент һәм Кире бәйләнеш платформаһында эшләй. Башҡортостанда йәшәүселәр ебәргән хәбәрҙәр тиҙ арала эшкәртелә, ҡарар ҡабул ителә.