Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2 миллион 27 меңгә яҡын кеше иммунизацияны тулыһынса тамамланған. Бөгөнгә 201 меңдән ашыу кеше ревакциналау үткән йәғни прививкаһын яңыртҡан. Уҙған тәүлектә 304 кешелә коронавирус асыҡланған, мәкерле сирҙән 24 кешенең ғүмере өҙөлгән. Хөкүмәттә бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, яңы йыл каникулына дарыу запасы тупланған, вакциналау пункттары халыҡты ҡабул итергә әҙер.