Өфө дәүләт авиация техник университетының авиабазаһында студенттар өсөн байрам ойошторолдо

Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм үҫмерҙәр хәрби полиция техникаһында йөрөп, мәҙәни сарала ҡатнашты. Йәштәрҙең иғтибарына Сүриәнән әйләнеп ҡайтҡан БТР һәм «Тайфун КА» техникалары тәҡдим ителде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфө авиация техникумында уҡыусы егеттәр хәрби полиция техникаһы менән танышырға күптән хыялланған. Инженер һөнәрен үҙләштереүсе үҫмерҙәр легендар БТР-ҙың эсен ҡарап хәрби траснпортта елдереп килде. Уҡыу йортонда етем балалар өсөн ойошторолған байрам сәйәхәтендә 50-гә яҡын малай-ҡыҙ ҡатнашты.

Студенттар хәрби программаны ҡыҙыҡһынып ҡабул итте, сөнки улар киләсәктә авиация техникаһы менән эшләүсе белгестәр булырға әҙерләнә. Улар инженер, техник, программист һәм башҡа йүнәлештәр буйынса белем ала.

Был байрамды балалар өсөн әҙерләнек һәм сараның программаһы малай-ҡыҙҙарҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлдө. Вертолет, самолетта йөрөү, һалдат бутҡаһы, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡотлауы һәр кем өсөн күңелле булды

Валентин Солодовник, Өфө гарнизоны хәрби коменданты

Һалдат көндәләге менән яҡындан танышҡан студенттарҙың күбеһе тормошон авиация техникаһы менән бәйләргә ниәтләй. Хәрби транспорт һәм техника менән танышыу кеүек саралар йәштәрҙе белем алыуға дәртләндереүсе тағы ла бер аҙым булып тора.

Флорида Ким