Радий Хәбиров Хөкүмәт эшмәкәрлегенә баһа бирҙе

Башҡортостан Башлығы ҙур интервью барышында Премьер-министр Андрей Назаров эшен маҡтап телгә алды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ул стратегик ҡарарҙар ҡабул итә алған министрҙар кабинетын булдырырға теләй. “Хөкүмәт эшенә юғары баһа бирәм”, - тине Республика Башлығы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров тура эфирҙа журналистар һорауҙарына яуап бирҙе. Әңгәмәне республиканың төп телеканалдары күрһәтте, "Юлдаш" һәм "Рәсәй" радиоларында тыңларға мөмкин ине. Башҡортостан Башлығы менән интервью 2 сәғәт ярым барҙы.