Өфөнән киләһе йылда яңы авиамаршруттар булдырыла

Республика Башлығы Радий Хәбировтың “ЮТэйр” авиакомпанияһы генераль директоры Андрей Мартиросов менән осрашыуында шул турала әйтелде. Өфө аэропортында “ЮТэйр” самолеттарын техник хеҙмәтләндереү үҙәге эшләй. 2020 йыл менән сағыштырғанда, быйыл авиакомпания рейстарын файҙаланған пассажирҙар һаны 50 процентҡа артҡан. Осрашыуҙа киләһе йылда был күрһәткесте арттырыу пландары әйтелде. Бының өсөн Өфөнән Рәсәй ҡалалары һәм сит илдәргә яңы авиамаршруттар булдырыу ҡарала.