Шифахана "Йыл һалым түләүсеһе" Республика конкурсы еңеүселәре исемлегендә. Уның һөҙөмтәләре хөкүмәттә барланды. Бүләктәрҙе Премьер-министр Андрей Назаров тапшырҙы. "Янғантау"ҙа бер йылда 23 меңдән ашыу кеше ял иткән. Предприятие 1 миллиард 600 миллион һум табыш алған, һәм 320 миллион һумлыҡ һалым түләгән.