Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2 миллион 36 меңгә яҡын кеше иммунизацияны тулыһынса тамамланған. Бөгөнгә 204 меңгә яҡын кеше ревакциналау үткән йәғни прививкаһын яңыртҡан. Уҙған тәүлектә 287 кешелә коронавирус асыҡланған, мәкерле сирҙән 20 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле дауаханаларҙа – 172, өй шарттарында 6 мең самаһы кеше дауалана. Стационарҙағы 59 сирле ауыр хәлдә, ти табиптар.