Башҡортостанда ҙур юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килә

Радий Хәбиров ғалимдар менән осрашыу ваҡытында Өфө фән һәм технологиялар университетын булдырыу тураһында белдерҙе. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник унивеситеты берләштерелә. Яңы юғары уҡыу йортон финанслау арта. Йыл һайын һәр университетҡа 100-әр миллион һум йүнәлтелә. Бынан тыш, уҡыу йорттары махсус грантҡа эйә була. Дөйөм алғанда, республика университетттары 14 ҙур стратегик проект өсөн 1 миллиард 300 миллион һум ала.