Башҡортостандың ышаныслы партнеры

Радий Хәбиров «ЮТэйр»ҙы шулай тип атаны. Был турала ул авиакомпания етәксеһе Андрей Мартиросов менән осрашыуҙа белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яҡтар уҙып барған йылға йомғаҡ яһап, киләсәктә Өфө аэропортынан авиаташыуҙарҙы үҫтереү, һауа судноларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса эшмәкәрлекте киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Быйыл төбәктә пассажирҙар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда, 50 процентҡа артҡан. Авикомпания етәкселеге киләһе йылға был күрһәткесте тағы ла 30 процентҡа үҫтерергә ниәтләй. Шулай уҡ персоналды ишәйтеү һәм ҡатмарлы ремонт уҙғарыу өсөн үҙәктәрҙең компетенцияларын киңәтеү ҡарала. Осрашыуҙа республика халҡының ихтыяждарын иҫәпкә алып Өфөнән яңы йүнәлештәр асыу тураһында ла фекер алышынды.