«Хәүефһеҙ ҡала» проекты сиктәрендә Үрге Ҡыйғы ауылы урамдарының хәүефле участкаларында 6 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған. Проект 460 мең һумға төшкән. Шулай уҡ район үҙәгендә ҡояш энергияһына эшләүсе 20 фонарь ҡуйыу маҡсатында 220 мең һум аҡса тотонолған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТәжрибә рәүешендә ҡуйылған һәм 50 мең сәғәткә иҫәпләнгән яҡтыртыу ҡоролмалары хәрәкәт датчиктары ярҙамында яна. Фонарҙарҙың аҙ сығымлы булыуын йәйгә барларға мөмкин. Һөҙөмтәнән сығып, ҡояш батареяһында эшләүсе фонарҙар һанын арттырыу күҙаллана.