Өфө буйлап яңы маршрут автобусы йөрөй башланы

258 -се маршрут Дим биҫтәһе менән Инорсты тоташтыра. «Көмөш шишмә» туҡталҡаһынан Инорсҡаса ул Октябрь проспекты буйлап үтә. Линияла 35 автобус. Улар үҙебеҙҙең илдә сығарылған. Йылы, киң салон, видеокүҙәтеү эшләй, контактһыҙ түләү, телефон зарядлау өсөн шарттар бар, инвалидтар өсөн урын ҡаралған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Халыҡтан күп мөрәжәғәттәр булды. Дим районындағы «Көмөш шишмә», «Яркий» микрорайондары үҫте. Дим- Инорс йүнәлеше буйынса уңайлы, ҙур автобустар ебәрергә ҡарар ителде. Интервалдары туҡталышта оҙаҡ көтөп тормаҫлыҡ итеп уйланылған.

Олег Хмарин, Өфө ҡалаһының транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе

Рәмилә Исмәғилева