2022 йылдың 1 ғинуарынан эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары тик электрон форматта ғына бирелә

Был турала Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан бүлексәһе хәбәр итә. Яңылыҡ дәүләт ойошмаһы һәм эш биреүселәр араһында мотлаҡ электрон документтар әйләнешен индереү талабына бәйле.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шул маҡсатта эш биреүселәргә электрон документтар әйләнеше системаһына тоташырға кәрәк. Бынан ары социаль страховкалау фонды эш биреүселәргә эшкә яраҡһыҙлыҡ тураһындағы электрон документтағы үҙгәрештәр хаҡында үҙе хәбәр итә. Үҙгәреш әсәлек һәм бала ҡарау менән бәйле түләүҙәргә лә ҡағыла. Ә пособиеларҙы иҫәпләү тәртибе элеккесә ҡала.

Әлфинә Килдейәрова