Ҡатмарлы эпидемиологик хәл булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан быйыл фольклориада ойоштороуға өлгәште. Республика үҙен тотош донъя халыҡтарына күп милләтле төбәк булыуын танытты. Халыҡтар дуҫлығы йортонда бөгөн 47 ойошманың иҫәпләнә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙыл һайын учреждение төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән ойошмалар менән тулылана. Быйыл мәҫәлән, чечен яҡташтар берлеге, корея мәҙәниәте үҙәге, рус-серб халыҡтары дуҫлығы, вьетнам йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалынған. Киләһе йыл афған диаспораһы, Йемен халыҡ үҙәге асылыр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин