Хәйриә сараһы сиктәрендә Өфө районы Якшиван ауылында йәшәүсе 9 йәшлек Сәйет тә бүләк алып ҡыуанды. Тулыраҡ артабанғы яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБүләк һалынған йәшникте асыуҙы бәләкәй Сәйет түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡыш бабайға хат яҙғандан һуң, уның тюбинг тураһындағы хыялы тормошҡа ашҡан. Бүләк Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов йөкләмәһе буйынса тапшырылды. Сәйеттең ғаиләһендә тағы ла 3 бала тәрбиәләнә, берәүһе опекаға алынған.
“Теләктәр шыршыһы” хәйриә проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән 2019 йылда башланғайны. Илдең һәр кешеһе Елкажеланий.рф порталында теркәлеп, акцияла ҡатнашыусыларға – етем һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға Яңы йыл бүләге яһай ала. Бөгөнгө яҙма геройы аутизм менән яфалана. Тюбинг эйәһе булғас, Сәйет башҡа балалар менән бергә тауҙа шыуа аласаҡ.
“Теләктәр шыршыһы”нан тыш, республикала инвалид, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Ижади теләктәр шыршыһы” акцияһы уҙғарыла. Уны “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм “Башҡортостан” дәүләт концерт залы ойоштора. Балаларҙан теләктәр 29 декабргә тиклем ҡабул ителә.
Рәзилә Ғиниәтуллина