Иглин ауылында балалар араһында йөҙөү беренселеге үтте

Яңы йылды спорт менән. Иглин ауылында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре бассейнда йөҙөү оҫталығын күрһәтеп, беренселек өсөн ярышты. Сәләмәтлек аҙналығы сиктәрендә уҙғарылған сарала ике район вәкилдәре көс һынашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ойоштороусылар билдәләүенсә, буласаҡ чемпиондар тәрбиәләүгә муниципаль кимәлдә лә барлыҡ шарттар бар. Тренерҙар етерлек. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә дипломдар һәм миҙалдар тапшырылды.

Гөлназ Хәйбуллина