Республика башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа 2021 йылға йомғаҡ яһаны

Коронавирус пандемияһы һәм легаль булмаған пассажир автобустар бизнесы менән көрәш, иҡтисадтың тергеҙелеүе... Республика башлығы Радий Хәбиров төп телеканалдар аша тура эфирҙа 2021 йылға йомғаҡ яһаны, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Әңгәмә барышында киҫкен һәм көнүҙәк мәсьәләләр ҙә күтәрелде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республиканың киң мәлүмәт саралары етәкселәре Радий Хәбиров менән осрашып, ҡыҙыу әңгәмә ҡорҙо. Башҡортостан менән идара итеүҙә ниндәй уңыштарға ирешелде, ҡаршылыҡтар бармы?! Тәүге һорауға төбәк башлығы һәр йылдың саҡырыу менән килеүен билдәләне.

Башта Сибай карьеры төтәһә, икенсе йыл инде коронавирус менән көрәш бара. Ковид-госпиталдәр төҙөлөшө, инфецияны асыҡлау, дауалауҙағы уңыштар, вакцинация, сикләүҙәр һөҙөмтәһеҙ үтмәй. Киҫкен хәл тотороҡлана башланы. Яңы йылға Башҡортостан ышаныс менән аяҡ баҫа

Башҡортостан иҡтисады ла тергеҙелә башланы. Яңы йылға сәнәғәт индексы 106 процентҡа еткән. Инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса ла һөҙөмтәле эштәр башҡарылған. Әңгәмә барышында ҡасандыр «Техас»ты хәтерләткән Өфө, транспорт реформаһы ла күтәрелде. Ҡаҙаныштар бар – урамдарҙа иҫке пазиктар һаны кәмене, улар урынына яңы атвобустар. Иң мөһиме йәшерен эшмәкәрлек алып барыусылар асыҡланды.

Башҡортостандың йөҙө лә яҡшырырға тейеш. Республика етәксеһе ихаталарҙы төҙөкләндереү, парктарға заманса төҫ биреү йүнәлешендә лә уңыштар буласаҡ тип вәғәҙәләне. Юл инфраструктараһын да үҫтереү ҡаралған.

Яңы эш урындары барлыҡҡа килеү ҙә – ыңғай күрһәткестәрҙең береһе. «Алға» иҡтисади зонаһын ғына алайыҡ. Быйыл инвестициялар күләме 260 миллиард һум тәшкил иткән. Республикала бизнес үҫешенә барлыҡ шарттар бар.

Радий Хәбиров тәнҡиткә, коррупцияға ҡарата мөнәсәбәтен дә белдерҙе. Иң киҫкен һаналған алданған өлөшсөләр проблемаһы ла алдағы йылдарҙа хәл ителәсәк тип белдерҙе. Милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы, юғары уҡыу йорттарының ҡушылыуы, полилингваль мәктәптәр төҙөлөшө, тарихи ғәҙеллек булдырыу – ике сәғәт ярым эсендә тиҫтәләп һорауға асыҡтан-асыҡ яуап бирелде.

Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенең эшен дә юғары баһаланы. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың күрше төбәктәр менән дә яҡшы бәйләнештә булыуын билдәләне. Сәләмәт конкуренция булдырылған. Спорт ярыштарындағы кеүек, старт һыҙығында иң яҡшылар менән йәнәш булғанда ғына уңышҡа өлгәшергә этәргес бар.

Гөлназ Хәйбуллина