Башта ул «Торатау» конгресс-холлы алдындағы майҙанда ҡуйылған махсус техника күргәҙмәһе менән яҡындан танышты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЭкспозицияла янғын һүндереү хеҙмәте өсөн тәғәйенләнгән авария-ҡотҡарыу автомобиле. Ул шәхси составты ғәҙәттән тыш хәл урынына илтә, янғын һүндереү эштәрен уҙғара. Ҡеүәтле автомобиль яҡшы йыһазландырылған. Ҡотҡарыусылар шулай уҡ яңы насос станцияһы, янғын һүндереү цистернаһы, санитар эшкәртеү мобиль комплексы менән берлектә 12 берәмек яңы техника өлгөһе менән тәьмин ителде.
Һөнәри байрамға арналған тантанала сығыш яһап Башҡортостан башлығы ҡотҡарыусыларҙың һәр береһе юғары кимәлдәге белгес булыуын билдәләне. Фиҙаҡәрлек күрһәткән хеҙмәткәрҙәргә дәүләт бүләктәрен тапшырҙы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ойошторолоуға быйыл 30 йыл тула. Ведомство иңенә халыҡты төрлө бәлә-ҡазанан ҡурсалау, ҡотҡарыу һәм ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелгән. Башҡортостан республиканың янғын һүндереү хеҙмәте һәм ҡотҡарыусыларына һәр ваҡыт етди ярҙам күрһәтә.
Бөгөн Өфөлә герой балаларға дәүләт бүләктәре тапшырылды. Утта һәм һыуҙа кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған кескәй замандаштарыбыҙ Федерация Советының һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының батырлыҡ миҙалдары менән бүләкләнде.
2014 йылда Федерация Советы Оборона, Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары менән бергә «Герой балалар» проектына нигеҙ һала. «Был проект тотош илде берләштерә», – ти Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова.
Рафиҡ Әхмәтшин