Ауылдың Вокзал урамында метрҙан ашыу көрт ятһа ла, урындағы властар проблемаға әһәмиәт бирмәй. Халыҡ автомобилдәрен ары ҡалдырып, ихаталарына үҙе тапаған һуҡмаҡтарҙан ғына йөрөргә мәжбүр. Мәсьәлә менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҡындан танышты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКөрттә бата-бата, кескәй Варвара әсәһенә пакеттарҙы ташырға ярҙамлаша. Ауыл араһында юл таҙартылмағас, Таисия Өммөкамалованың балалары мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына поезд рельсынан йөрөй. Борсолған 5 бала әсәһе ауыл хакимиәтенә проблема тураһында хәбәр итеп бер нисә тапҡыр шылтыратҡан, әммә мәсьәлә һаманғаса хәл ителмәгән. «Бында кеше түгел, машина ла үтә алмай», – ти Аксенов ауылында йәшәүсе Рәмил Лоҡманов.
Ике саҡрымға яҡын һуҙылған Вокзал урамында 100-гә яҡын йорт бар. Ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта, урамға бер ниндәй ҙә транспорт үтә алмаясаҡ. Ҡар баҫҡан урамдан бигерәк тә балаларға, оло йәштәгеләргә йөрөүе ҡыйын. Машина хужалары гараждарына инә алмай, транспортын ихатанан ситтә ҡалдырырға мәжбүр.
Аксенов ауыл советы вәкилдәре юлдарҙа ҡар таҙартылмауын техниканың түбән ҡеүәте менән аңлата. Ауыл тауҙа урынлашыу сәбәпле, буран була ҡалһа хәл тағы ла киҫкенләшә. Ауыл советы етәкселеге һүҙҙәренсә, урамдарҙы Әлшәй районының юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ебәргән ҡеүәтле техника таҙартырға тейеш.
Сюжет эфирға әҙерләнгәндә урындағы халыҡтан Аксенов ауылының Вокзал урамында юл тулыһынса ҡарҙан таҙартылған, тигән хәбәр алдыҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина