Яңы йылда яңы проекттар менән!

Байрам көндәрендә республиканың төп телеканалы эфирында бик күп тапшырыуҙар эфирға сыға. Улар араһында балалар өсөн йәнһүрәт-фильмдар менән бергә, үҙенсәлекле музыкаль тапшырыуҙар ҙа әҙерләнгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Көндө төнгә ялғап, ал-ял белмәй эшләү телевидение хәбәрселәренә яҡшы таныш. Йылдың иң мөһим яңылыҡтарын да улар ишетеп-белеп түгел, ә үҙе үк ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнаны. Башҡортостан 2021 йылъяҙмаһын ниндәй яңылыҡтары менән оҙата? Йыл йомғаҡтары иртәгә киске ун беренсе яртыла эфирға сыға.

Республиканың төп телеканалы үҙ Яңы йыл тамашаһын да әҙерләне. 31 декабрь киске сәғәт һигеҙҙә эфирға сыға. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығышынан тыш, тамашасы халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры көй-моңдарын тыңлай ала. Тапшырыу аҙна дауамында иртәнге сәғәттән төнгә тиклем төшөрөлдө. Ҡатмарлы декорация, сағыу иллюминациялар, тиҫтәләп камера һәм әлбиттә, студия ҡунаҡтары.

Сәғәт телдәре төнгө ун икене һуҡҡандан һуң, һәр йылдағыса «Башҡорт йыры»ның Гала-концерты эфирға сыға. Әйткәндәй, республиканың иң уңышлы проекты исемлегенә ингән телевизион конкурс быйыл 10 йыллығын билдәләне. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн дә күстәнәс әҙерләнгән.

«Ышан» сериалына анонс һуңғы ике ай дауамында барҙы. Бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Кино төшкән майҙандан өҙөк, махсус яҙҙырылған йыр-моңдан тыш, актер кейемдәре лә телевизор ҡараусыны премьера көнөн иғлан итеүҙәрен көттөрҙө. Беренсе серия 2 ғинуарға билдәләнгән.

Кескәй тамашасыларға ла музыкаль әкиәт күрһәтеү ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин