Ишембай районында йәшәүсе Айрат Зәйнуллин почтаға бүләк яһағанТоғролоҡ билдәһе. Ишембай районы Яңы Һәйет ауылынан Айрат Зәйнуллин егерме йылдан ашыу почта хеҙмәтендә эшләй. «Нива»ла ике ауыл халҡына гәзит-журнал тарата. Яратҡан шөғөлө лә бар – боҙҙан төрлө һындар яһау. Район кимәлендәге төрлө конкурстар еңеүсеһе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл ир Рәсәй почтаһына һөйөүен яңы скульптура аша белдерергә була. Ике метрлыҡ һында йөрәк төшөрөлгән. Почтальон билдәләүенсә, яратҡан эш ялҡытмай. Ҡышҡы әсе бурандар ҙа, боролмалы, тайғаҡ юлдар ҙа, текә тауҙар ҙа ҡаршылыҡ түгел, сөнки ул яҡшы аңлай – ваҡытлы матбуғат һәр адресатҡа ваҡытында барып етергә тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина