«Салауат Юлаев» клубы генераль директоры Ринат Бәширов ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Уның фекеренсә, системалы эшләү өмөтлө йәш уйынсыларҙы иғтибарға алырға, уларҙы юлаевсылар составына күберәк йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан башлығы ҡарамағында Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет ултырышында башҡа тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Был хаҡта БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.
Быйыл Ишембайҙа боҙ һарайы асылыуы хоккейҙы яңы кимәлгә күтәрҙе. Йөҙҙәрсә бала хәҙер яратҡан спорт төрө менән ныҡлап шөғөлләнә ала. Ә бит улар араһында өмөтлө уйынсылар ҙа юҡ түгел. Әммә уҙыусыларҙың барыһы ла киләсәктә профессиональ хоккейсы булып китә алмай. Шуға ла совет ултырышында хоккей мәктәптәрен үҙәкләштереү тәҡдиме индерелде. Был көслө уйынсыларҙы юлаевсылар составына алырға, уларҙың сит төбәктәргә кисеү китеүен туҡтатырға булышлыҡ итәсәк.
Совет ултырышында шулай уҡ «Өфө» клубынан да тәҡдимдәр яңғыраны. Шуларҙың береһе тейешле шарттар тыуҙырылған футбол майҙандарын арттырыу. Әммә Өфөләге футбол стадионы әле генә төҙөлмәй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ул 2027 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Унан тыш та республикала бер нисә эре спорт объектты сафҡа индереү ҡарала.
Спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар инвесторҙарҙы республика менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә саҡыра. Экипировкалар етештереүсе «Green Hill» компанияһы ла үҙ эшмәкәрлеген Башҡортостан менән бәйләргә ниәтләй.
Совет ултырышында спорт өлкәһендәге уңыштар ҙа барланды. Радий Хәбиров бер төркөм яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырҙы.
Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет ултырышы йылына ике тапҡыр ойошторола. Республика етәксеһе бөгөнгө тәҡдимдәр буйынса киләһе кәңәшмәгә аныҡ саралар күреү мөһимлеген билдәләне.
Илдар Байбулатов