Яңы йыл алдынан халыҡ именлеге һағында торған ҡотҡарыусыларҙың, янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәте лә баһалап үтелде. Дәүләт наградалары ирекмәндәргә лә тапшырылды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБүләкләү тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләүенсә, залда ултырған һәр кеше хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте ихтитрамға һәм иғтибарға лайыҡ. Был кешеләр ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда алғы һыҙыҡҡа юллана, бәлә-ҡазаға тарыусыларға иң тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙа.
Бүләкләнеүселәр исемлегендә 100-ҙән ашыу кеше. Был осраҡлы түгел. Йыл Башҡортостан өсөн ҡатмарлы ғына булды. Йәй буйы ямғыр яумау сәбәпле ҡоролоҡ, янғындар миктәтте. Республиканың төрлө төбәктәрендә урмандар, баҫыуҙар янды. Әммә янғын һүндереүселәрҙең, ҡотҡарыусыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте утты туҡтатырға ярҙам итте. Янғын менән көрәшкә урындағы хужалыҡтар ҙа, ирекмәндәр ҙә, ябай халыҡ та ҡушылды. Бөгөн уларҙың берҙәм һәм тырыш хеҙмәтенә лайыҡлы баһа бирелде.
Рәмзиә Кәримова