Әммә күптәргә байрамды дауаханаларҙа ҡаршыларға тура киләсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса һуңғы тәүлектә коронавирустың 271 яңы осрағы асыҡланған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАуырыу йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 121 мең ярымға яҡынлай. Дауаханаларҙа әле 167 пациент дауалана, уларҙың 45-е ауыр хәлдә, 4 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында. Һуңғы тәүлектә коронавирустан 21 үлем осрағы теркәлгән. Ковид ҡорбандарының дөйөм һаны 4 мең ярымға етеп бара.
Хәүефле сирҙән һаҡланыу маҡсатында бер тәүлек эсендә 15 меңдән ашыу замандашыбыҙ прививка ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар исемлеге 2 миллиондан артып китте. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың яҡынса 82 проценты. Башҡортостанға 2 миллион 900 мең дозанан ашыу вакцина килтерелгән.