Һаулыҡ һаҡлауға ҙур иғтибар...

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы аҙағында Баймаҡ районы Басай ауылында яңы модулле фельдшер- акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Күсей биләмәһенә ҡараған Оло Басай ауылында төҙөлгән медицина пункты-районда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса сафҡа ингән етенсе бина. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул төҙөлөп, урындағыларға Яңы йыл бүләге булды.

Илүзә Кәримова 36-сы йыл ауылдаштары сәләмәтлеге һағында. Яңы шарттар пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Заманса бина фельдшерҙы көндәлек мәшәкәттәрҙән дә арындыра.

Милли проект буйынса, йыл башында райондың Күгиҙел һәм Йәрмөхәмәт ауылдарында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылғайны.Тиҙҙән тағы ла Ҡолсора ауылында яңы бина үҙ ишектәрен асасаҡ.

«Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» федераль программаһы буйынса Баймаҡ районында 2025 йылға тиклем 23 медицина учреждениеһын төҙөү һәм яңыртыу күҙаллана. Была өлкәлә уңайлы шарттар булдырыу сирҙәрҙе ваҡытында иҫкәртеүгә бер аҙым. Хәҙер Басай халҡына ла үҙ сәләмәтлектәрен нығытыуға мөмкинлектәр тыуҙырылды.

Әлфиә Хәмитова