Өфөлә Яңы йыл алды йәрминкәләре үтә

Республикала етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙарын тәҡдим иткән сауҙа майҙандарында БЮТ каналының ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Илдар Мөхәмәтрәхимов ҡышҡы йәрминкәгә Дәүләкән районы Алға ауылынан килгән. Тиҫтә йылдар дауамында шәхси хужалығында ҡош-ҡорт үҫтереп һатыуға сығара. Быйыл ике йөҙҙән ашыу ҡаҙ үҫтергән.

Яңы йылды мул табын, һый-хөрмәт менән ҡаршы алырға теләүселәр Илдар Мөхәмәтрәхимовты күптән белә. Шуға күрә күпселек халыҡ ул үҫтергән продукцияны һайлай.

Ә был рәттәрҙә эре мал иттәре һатыуға сығарыла. Махсус прилавкалар артында ит сабыу өсөн түмәр ҡуйылған, хатта үткер балта ла бар. Шәхси хужалыҡ тотоусы Илфат Ильясов баш ҡала халҡына экологик яҡтан таҙа төбәктә үҫтерелгән һыйыр итен тәҡдим итә.

Яңы йыл алды йәрминкәһендә балдың килограмын 300-500, башмаҡ итен 350-450,тауыҡты-280-350, ҡаҙҙы-450-500 һумдан һатып алырға мөмкин ине.

Яңы йыл алды йәрминкәһе иртәгә лә эшләйәсәк. Йомарт һәм тырыш ауыл эшсәндәре өфөләләрҙең байрам өҫтәлдәре һый-ниғмәттән һығылып торһон өсөн байрам алдынан да сауҙа рәттәренә сығып эшләп,ташламалар тәҡдим итергә әҙер.

Гүзәл Борханова