Тамара Танһыҡҡужина Ҡалтасы районында йәшәүсе күп бала тәрбиәләүсе ғаиләнең хыялын тормошҡа ашырҙы

Шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары 4 йәшлек Катя менән 7 йәшлек Ринасҡа Яңы йыл тылсымын бүләк итте. Тамара Танһыҡҡужина Теләктәр шыршыһы акцияһында урындағы Эске эштәр министрлығы бүлеге менәнберлектә балаларға махсус экскурссия ойошторҙо.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Полиция хеҙмәткәре булырға хыялланған малай бер көнгә инспектор формаһын кейеп, эш машинаһына ултырҙы. Һыбай йөрөргә теләгән ҡыҙҙың да хыялы тормошҡа ашты. Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы 4-се йыл ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә 22 меңгә яҡын баланың хыялы тормошҡа ашырылған.

Беҙ ғаиләнең һәр һүҙенә ҡолаҡ һалабыҙ. Беҙҙәге энергия ташып тора тип әйтә алам. Төрлө ҡаршылыҡтарҙы ла бергәләп еңеп, ҡуйған маҡсаттарға табан атлайбыҙ. Әлеге акция өсөн рәхмәт. Яңы йыл тылсымына балалар ғына түгел, үҙебеҙ ҙә ышандыҡ.

Людмила Белова, күп балалы әсә

Азат Ғәлиуллин