Йәшәү менән үлем араһында...

Махсус штрих коды булған вакцинация сертификаты тотош Рәсәй халҡының төп документына әүерелде. Хәҙер ул паспорттан да ҡәҙерлерәк. Куар код юҡ икән – өйҙә генә ултыр. Сауҙа үҙәктәре, ял һәм спорт комплекстары, мәҙәниәт усаҡтары вакцинаһы булмағандар өсөн ябыҡ.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Минең ҡарамаҡҡа, һанаулы ғына сәғәттәр ҡалған йыл тап куар коды менән тарихҡа инәсәк. Әгәр быға тиклем шаҡмаҡ эсендәге нөктәләрҙе тауар ҡаптарында ғына күрһәк, хәҙер үҙебеҙ ҙә шул тауар шикелле код менән тамғаландыҡ. Тап ошондай фекер халыҡты ике фронтҡа айырҙы ла инде. Берәүҙәр ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәне, икенселәре, йәнәһе лә, иҫәпкә алыныуҙан ҡурҡып инҡар итте.

Рәсәй халҡы, ниндәй генә кәртә ҡуйылмаһын, уны урап уҙыу әмәлен таба. Ғөмүмән, коронавирус барлыҡҡа килеү менән йәшәйеш үҙ йүнәлешен ҡырҡа үҙгәртте: яңы һөнәрҙәр, яңы эш алымдары, яңы реалийҙар. Хәйер, күҙгә күренмәҫ дошман менән алышта яңы яҡтан үҙебеҙҙе астыҡ. Ике йыл пандемияла йәшәгәндән һуң ниндәйерәкбеҙ һәм яңы вирус менән нисек көрәшәбеҙ? Яңыһын ҡаршы алыр элек тағы бер ҡат үткән йылды барлайыҡ.

Кескәй Савелий тыуғандан бирле табиптарҙан башҡа кеше күргәне лә юҡ. Хатта ғүмер биргән әсәһен дә. Донъяға ауаз һалған көнөнән үк малай «ҡыҙыл зона»ла. Йөклөлөктөң һуңғы аҙнаһында әсәһенең коронавирус менән сирләүе асыҡланған. Уға ашығыс рәүештә ҡатмарлы операция яһала. Табиптар бер юлы ике ғүмерҙе ҡотҡара. Тормошоноң тәүге ике аҙнаһын ул неанотологтар ҡарауында үткәрә.

Балалар ятҡансы беҙҙең бүлектә, улар беҙҙең өсөн яҡын булып китәләр. Беҙ уларға өйрәнәбеҙ. Шуның өсөн хушлашыуы бик ауыр беҙгә.

Рәфинә Бакачева, табип-неанотолог

Һәм бына ул илаһи мәлдәр. Әсә кешегә сабыйынан айырылыуҙан да ҡаты һынау юҡтыр. Әммә баланың сәләмәт киләсәге өсөн түҙергә тура килә. Иң мөһиме: тажлы вирус урап үтһен. Табиптар балаларҙың коронавирус менән ауырыу эҙемтәләре күпкә хәүефлерәк булыуын иҫкәртә. Сабыйҙарҙы тыуғас та үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыу осраҡтары бар.

Йөрәк һыҙлай, өҙөлә, сөнки улар илай. Беҙ уларҙы тымыҙабыҙ, уларға иларға ярамай. Сөнки улар былай ҙа тын ала алмай. Йылы һүҙҙәр әйтәбеҙ. Хатта йырлап бәүетеп йоҡлатабыҙ. Сөнки беҙгә килгән ике-өс аҙналыҡ балаларға һөйләшеү кәрәк. Әсәләре улар менән нисек аралаша, шул аралашыу уларға етмәй.

Розалиә Тажетдинова, Өфөнөң 17-cе ҡала клиник дауаханаһы

Тәүҙә яңы коронавирус башлыса өлкән йәштәгеләрҙе аяҡтан йыҡһа, быйыл сир – балалар араһында киң таралды. Пандемия башланыу менән Башҡортостанда коронавирус йөҙ егерме меңдән ашыу кешелә асыҡланған. Альфа, Бета, Гамма, Дельта, Омикрон... Вирус тиҙ арала мутацияға бирелеп медицинаны оло һынау алдына ҡуйҙы.

Ғәҙәти пандемиляар бер йыл була торғайны, әммә коронавирус ике йылға һуҙылып китте. Яңынан-яңы штаммдар барлыҡҡа килеүе, әлбиттә, был халыҡты ла, илде лә, ер шарын да йонсотто. Коронавирустың составында үҙгәртеп ҡороу тураһында гендары бар. Шуға күрә ул вирус йыш осраҡта грипп кеүек үҙгәреп тора.

Марсель Тойғонов, медицина фәндәре докторы

Һуңғы асыҡланғаны – омикрон ни тиклем генә хәүефле күренмәһен, Башҡортостан табиптарының мәкерле сирҙе иҫкәртеү, асыҡлау, дауалау буйынса тәжрибәһе ҙур. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы дауалау протоколын 14 тапҡыр яңыртҡан. Пациенттарҙы ҡотҡарам тип табиптар үҙ ғүмерҙәрен дә аямай. Башҡортостанда инфекция йоҡтороп 36 табиптың ғүмере өҙөлгән.

Коллегаларыбыҙҙы юғалтыу ауыр. Береһе лә алтмышҡа ла етмәгән ине. Хирург егеткә 35 ине, ике балаһы ҡалды. Әлбиттә, бик ҡыйын кисереүе, һаҡлап алып ҡала алманыҡ.

Фәнил Шәмиғолов, Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы баш табибы

Коронавирус менән сирләүселәр статистикаһы быйыл һуғыштан алынған хәбәрҙе хәтерләтте. Айырыуса октябрҙә тәүлегенә кәмендә утыҙар кеше ҡырылды... Власть органдары күңелһеҙ статистика менән көрәшкә ҡәтғи саралар индерергә мәжбүр булды. Яңы ковид-госпиталдәр төҙөү ҡарары ҡабул ителде. Туймазы һәм Сибайҙа инфекция үҙәктәрен булдырыу ике миллиард ярым һумға баһалана. Медицина учреждениеларына тәүге таш һалынды, уларҙы 2022 йыл аҙағына сафҡа индереү планлаштырыла.

К моменту пика этой волны у нас количество коек доходило восьми с половиной тысяч, никогда такого не было. В прошлом году. это самое большое количество коек, которые нам пришлось разворачивать. И практивчески опять началось свертывание плановой медицины и свертывание коечного фонда, которые мы лечили другие заболевания, это первое. А второе, что мы посмотрели насколько эффективно осуществлять лечения в наших ковид-госпиталях. Потому что в одном месте мы мобилизовали и технику, и врачей.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Вирус менән көрәштә иң һөҙөмтәле юл – вакцинация. Бөгөнгә Башҡортостанда ике миллиондан ашыу кеше прививка ҡаҙатҡан, ил кимәлендә юғары күрһәткес. Ҡайһы бер төбәктәрҙә тотош ауылдары менән вакцина яһатыусылар бар. Был тәңгәлдә Кушнаренко районының Барда ауылын өлгө итеп килтерергә мөмкин

Ауылыбыҙға сирҙе индермәҫкә булдыҡ. Ауылыбыҙ таҙа булһын. Бөтә халыҡ күтәрелеп, һөйләшеп, барыбыҙ ҙа вакцинация яһаныҡ.

Лена Мөсәбирова, Кушнаренко районы Барда ауылында йәшәүсе

Шулай ҙа вакцинаға ҡаршы булыусылар ҙа юҡ түгел. Төрлө имеш-мимештәргә ышаныусылар прививка яһатмау өсөн төрлө мутлыҡтарға барҙы. Һөҙөмтәлә властар QR код индерергә мәжбүр булды. Ике йыл эсендә республика етәкселеге коронавирус таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек режимы» тураһындағы указға етмеш тапҡыр үҙгәреш индерҙе.

Сикләүҙәр һөҙөмтәһеҙ үтмәне. Октябрь менән сағыштырғанда, декабрҙә тәүлегенә ауырыу йоҡтороусылар һәм һәләк булыусылар һаны ике тапҡырға кәмеүе күҙәтелде. Шул уҡ ваҡытта хәҙер коронавирустан вакцина прививкаларҙың милли календарына индерелде. Белгестәр ҙә мәкерле сирҙең беҙҙең менән ғүмерлеккә, ябай инфекция булып ҡаласағын фаразлай.

Гөлназ Хәйбуллина