Миңә ҡалһа, үтеп барған йыл йәйге селлә менән иҫтә ҡаласаҡ. Быйылғы һауа торошо 1975 йылда теркәлгән рекордты ла уҙҙырҙы. Термометр бағаналары илле градус эҫегә яҡынлашһа, ямғырҙы майҙан алып ҡара көҙгә тиклем күрмәнек тигәндәй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУның ҡарауы, республика халҡы Төркиә ярҙарын Инйәр, Ағиҙел, Еҙем буйҙарына алмаштырҙы. Тик бына тулҡынына сайҡалып йөҙөрлөк диңгеҙ генә юҡ. Булған йылғаларыбыҙ ҙа күпкә һайыҡты, хатта ҡороно. Ысынлап та, аномаль эҫе йәй һыу инеү, ҡояшта ҡыҙыныу ғына түгел шул... Ул ауыл хужалығы, урмансылыҡ өсөн ҙур мәшәҡәттәр, сығымдар, бәлә килтерҙе.
Башҡортостанда иң ҙур зыян күргән төбәктәрҙең береһе – Хәйбулла районындабыҙ. Ҡоролоҡ, янғын, ҡара сиңерткә, ебәк күбәләге. Көньяҡ Урал тәбиғәте быйыл ҙур һынауға дусар булды. Урманды ҡар ҡаплағас ағастар тын алып ҡалғандай кеүек тә бит. Ләкин уларҙың күптәре башҡа бер ҡасан да уянмаясаҡ, япраҡ ярмаясаҡ.
Ә эҙемтәләр күпкә ҡурҡынысыраҡ булыр ине, әгәр урмансылар, ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар, ғөмүмән, тыуған ерен һөйгән илһөйәрҙәр булмағанда. Ут менән көрәшкә тотош республиканан волонтерҙар йыйылды. Минең геройҙарым да тап – улар. Әйҙәгеҙ, ул ҡыҙыу мәлдәрҙе, Ер шарының йәшел ҡалҡанына үҙҙәре ҡалҡан булып баҫыусыларҙы хәтергә төшөрәйек.
Көн дә иллегә яҡын кеше ҡунырға ҡалһа, йөҙҙән ашыуы тамаҡ ялғап сыға. Әммә был йорт һис тә ҡунаҡхана түгел. Ураҙбай ауылында йәшәүсе Рәзилә Ямалетдинованың ихатаһынан быйыл йәй кеше өҙөлмәне. Ҡотҡарыусылар өсөн ул бөтөнләй оператив штабҡа әйләнә.
Мәсет төҙөлөшөндәге ярҙамы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгәне өсөн. Рәзилә ханымдың изге күңелле, ҡунаҡсыл кеше булыуын кәштәләге тиҫтәләгән Маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Быйыл галереяға Башҡортостан башлығының Рәхмәт хаты ла өҫтәлде.
Шулай ҙа республиканың төрлө төбәктәренән, хатта сит өлкәләрҙән килгән йөҙәрләгән ирекмәндәрҙе бер ихатала ғына һыйҙырырлыҡ булмай. Гүзәл заттар янғын барған урында уҡ ялан ашханаһы ойоштора.
Ут быйыл әйтерһең дә, тотош республиканы ялманы. Урман янғындары 470 урында теркәллде. Ҡоро үлән һәм селек ҡыуаҡтары һанаулы секундтар эсендә генә көлгә әйләнә. Көслө ел сыҡҡан осраҡта ут ҡойоно күтәрелә. Ҡот осҡос күренеш.
Шуныһы ҡыуаныслы, утлы ғәрәсәт менән көрәшкә килеүсе волонтерҙар ағымы бер ҡасан да кәмемәне. Улар килем йәки «хайп» артынан түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса ирекмәндәр сафына баҫҡан.
Хәйбуллала янғындар тынып ҡалды тигәнгә бер нисә көн үткәс Белорет районының Ирәкташ янында ут сыға. Йылайыр, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Әбйәлил. Ут әйтерһең дә, селтәр буйлап күсеп йөрөнө. Республикала һуңғы урман янғыны 9 ноябрҙә һүндерелә. Ҡотҡарыусылар Баймаҡ районының мең ярым гектар майҙанын биләгән ут менән көрәшәләр.
15 мең гектарҙан ашыу ер янғындан зыян күрҙе. Был ҡоро һандар артында йөҙҙәрсә ҡош-ҡорт, хайуандар йәне. Уттан өрккән тәбиғәт тереклеге кешенән ҡурҡыу тойғоһон еңеп ҡотҡарыусылар янына сыға башланы. Улар хәҙер кәм тигәндә өс тиҫтә йылға төйәкһеҙ ҡалды. Янғында зыян күргән урман-яландар терелеүгә утыҙ йылдан ашыу ваҡыт талап ителә.
Үҫемлектәрҙе ерҙә ялҡын өтһә, юғарынан ҡояш ҡурҙы. Йәйге селлә быйыл гектар көсөн күпкә кәметте. Ни бары 5-6 центнер уңыш йыйыусы, хатта сәселгәнде бөтөнләй юғалтыусы хужалыҡтар ҙа байтаҡ. Ҡоролоҡтоң эҙемтәләре иһә тағы ла ҡурҡынысыраҡ.
Инйәр, Ҡыҙыл, Һаҡмар, Еҙем, Йылайыр. Йылғалар кибеп, таштары ғына ҡалды. Бындай хәл хатта 1975 йылдағы ҡоролоҡта ла күҙәтелмәгән.
Синоптиктар фаразлауынса, киләһе бер нисә йылдың да ҡоро килеүе көтөлә. Шуныһы ҡыуаныслы – быйылғы һынау халыҡты сыныҡтырҙы, тупланы. Ирекмәндәр, урмансылар, ҡотҡарыусылар берҙәм эш итергә өйрәнде. Ә зыян күргән урмандар һис шикһеҙ терелер тигән өмөт бар.
Әлфинә Килдейәрова