Үгеҙ йылын оҙатҡанда беҙҙең өсөн уның Башҡорт тарихы йылы икәнлеген дә хәтергә төшөрмәү дөрөҫ булмаҫ. Милләтебеҙ 2021 йылъяҙмаһын рухи күтәренкелек менән тамамлай. Туған халҡы киләсәгенә өлөш индереүселәрҙең исеме мәңгеләштерелеүе, фондтарҙа һаҡланған ҡулъяҙма һәм архив документтарҙың киң тамашаға сығарылыуы, нәҫел-тамырҙарын өйрәнеп үҙ асылына ҡайтыусыларҙың һәммәһе лә тап быйыл ныҡлы үҫеш алды. Әлбиттә, был һанап үтелгәндәрҙең ҡайһы берҙәре генә
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡорт тарихы йылында башҡа халыҡтарҙан беҙгә ҡарата иғтибар, сит ил ғалимдарының ҡыҙыҡһыныуы ла артты. Ерле халыҡ үҙ төбәктәрендә һаҡланған һирәк осраған ҡулъяҙмалар менән уртаҡлашып тарихына яңылыҡ та индерҙе. Традицион милли кейемдәрҙе тергеҙеүгә этәргес бирҙе.
Бөгөн төрлө мәҙәни сараларҙа милләттәштәребеҙҙең заманса, әммә тарихи үҙенсәлегенән тайпылмаған кейем-биҙәнеү әйберҙәрендә йөрөүе ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Шул уҡ ваҡытта стереотиптар менән йәшәгән ҡайһы берәүҙәр өсөн башҡорт, ниһайәт, тирмәнән сыҡты. Хәйер, тирмәләребеҙ ҙә хәҙер заманса һәм юғары кимәлдәге рәсми саралар уҙғарырлыҡ. Нисек тәьҫир итте беҙгә башҡорт тарихы йылы? Иң мөһим ваҡиғаларға күҙ һалайыҡ.
Сигелгән күлдәк сүрәтендә тәбиғәт. Уның аша традицион башҡорт милли кейем комплектын танырға мөмкин. Әлбиттә, улар халҡыбыҙҙа күп төрлө. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәген миҫалға алғанда, ҡайып сигелгән күлдәктәргә ҡарап ырыуҙар бүленешен төҫмөрләргә мөмкин. Ғәбиҙә Вәлиеваның эштәре Ҡурған өлкәһе башҡорттарының өлгөһө.
Традицион милли кейемдәргә ҡарата иғтибар бигерәк тә Башҡорт тарихы йылында ныҡлы үҫеш алды. Һандыҡ төптәрендә һаҡланған ҡомартҡыларҙы киң йәмәғәтселеккә сығарыуға этәргес бирҙе. Тамбурлы, мәрйен, көмөш тәңкәләр баҫып эшләнгәне - һәр бараһа тарихи феномен.
Традицион милли кейем менән бергә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты ла яҡлау тапты. Көслө лә, бай ҙа, яғымлы ла башҡорт теле радио-телевидение даирәләренән һәр ғаиләгә үтеп инде. Нәҫел-тамырҙарын өйрәнеп үҙ асылына ҡайтыусылар һанын арттырҙы.
Ҡәнзәфәр бей, Абдулҡадир Инан, Исмәғил Тасимов, Муса Мортазин, Ғәли Соҡорой. Башҡорт иле тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр тыуған яҡтарына ҡайтты. Шаңдау булып. Бюст, таҡтаташтар урынлаштырылды, мәғариф-мәҙәниәт учреждениеларына данлыҡлы яҡташтар исеме бирелде. Фондтарҙа һаҡланған ҡулъяҙма һәм архив документтарҙың бер-бер артлы йәмәғәтселек иғтибарына сығарыла барыуы ла эштең һөҙөмтәлелеген асыҡланы.
Башҡорт ырыуҙары йыйыны Оло Башҡортостандың 22 төбәген иңләне. Тарихты, нәҫел тамырҙарын, телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау, үҫтереү, йәш быуынды ошо рухта тәрбиәләү кеүек мөһим мәсьәләләр менән бергә, башҡорт халҡының артабанғы үҫеш стратегияһы барланды.
Башҡорт тарихы йылында милләттәштәребеҙгә ҡарата сит ил ғалимдарынан ҡыҙыҡһыныу ҙа артты. Мадъярҙар, мәҫәлән, ХХ быуат башында башҡорт илендә яҡты эҙ ҡалдырған этнограф Дьюла Месароштың экспедицияһын ҡабатланы. Яңы йылда инде Башҡортостанға Будапешта һаҡланған уникаль тарихи экспонаттарҙың килеүе көтөлә.
ХХI быуаттың 21-се йылъяҙмаһын рухи күтәрелеш осоро тип нарыҡларға мөмкин. Боронғолоҡҡа, тамырҙарыбыҙға заманса күҙлектән бағып берҙәмлекте нығыттыҡ. Бығаса һабан байрамдарында ғына күрергә тура килгән милли уйындар айырым спорт сараһы булараҡ үҫеш алды. Иң мөһиме: сәмле бәйгеләрҙә сыныҡтыҡ, тырыштыҡ, еңдек. Лайыҡлы ҡаҙаныштарыбыҙҙы тарихҡа яҙып, зауыҡлы йылға – Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылына аяҡ баҫабыҙ.
Азат Ғәлиуллин