Алға ынтылыш һәм ыңғай күрһәткестәр йылы

Пандемия йылы булһа ла, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, иҡтисади тотороҡлоҡто оноторға ярамай. Етеш тормош тураһында фекер алышҡанда инде, уны бургер менән сағыштырыу трендта. Пандемия шарттарында ул халыҡтың һатып алыу һәләтен үлсәү өсөн рәсми булмаған, әммә уңайлы инструментҡа әйләнеп китте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иҫегеҙгә төштөмө, «Бигмак индексы» йәки «Борщ тупланмаһы» тигән төшөнсәләр. Миңә ҡалһа, Башҡортостанда «Бәлеш индексы» тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Милли ризыҡ составына халыҡ көндә яратып ашаған төп аҙыҡ-түлек төрҙәре инә. Тимәк, бәлеш хаҡынан сығып баҙарҙағы үҙгәрештәр, хатта тотош иҡтисад тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин.

Танылған инстахужабикә Эльвина Сибәғәтова интернет ҡулланыусыларҙы көлкөлө вайндар һәм аш-һыу бешереү серҙәре менән йәлеп итә. Бәлештең генә ул тиҫтәләп төрөн бешерә. Шуға милли ризыҡ индексы уға яҡшы таныш.

Яңыраҡ Сибәғәтовтар фатирында ремонт эшләгән. Өсөнсө сабый донъяға ауаз һалғансы бүлмәләрҙе яңыртырға теләнек, әммә төҙөлөш материалдарына хаҡтар үгеҙ кеүек һөҙөштө, ти улар.

Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың һикергеләүенә тәү сиратта йәйге ҡоролоҡ һәм уңыш күләме тураһында төрлө фараздар йоғонто яһаны. Төп социаль аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы хөкүмәт етди контролгә алды. «Борщ тупланмаһы»ндағы бәләкәй генә үҙгәреш иң юғары даирәләрҙә тикшерелде, һөҙөмтәлә хәлде тотороҡландырыуға өлгәшелде. Төҙөлөш материалдары ҡиммәтләнеүен белгестәр тәү сиратта уларға ихтыяждың артыуы менән бәйләй. Йәғни пандемияға ҡарамаҫтан, йорт һалыу күләме артҡан. Бигерәк тә ҡала яны биҫтәләрендә төҙөлөш йылдам бара.

Пандемияның тәүге тулҡынында оҙайлы локдаун эҙемтәләрен эшҡыуарҙар быйыл үҙ елкәһендә тойҙо. Эшмәкәрлеген ваҡытлыса йәки бөтөнләй туҡтатҡан предприятиелар һаны артыуы күҙәтелде. Бизнесҡа ваҡытында күрһәтелгән дәүләт ярҙамы ғына иҡтисад локомотивының төҙөклөгөн тәьмин итте.

Башҡортостанда алып барылған һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәте генә иҡтисадҡа ковидтың тәрән эҙемтәләренән ҡотолорға мөмкинлек бирҙе. Август айында Әбйәлилдә Австрия инвесторы аҡсаһына заманса завод сафҡа инде. Аҡ цемент етештереүгә махсуслашҡан «Цемикс» предприятиеһын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты.

«Цемикс» заводы аҡ цементҡа ихтыяждың 70 процентын ҡапларға тейеш. Бындай кимәлдәге сит ил инвесторына ҡола яланда завод төҙөргә этәргес һәм мөмкинлек биреү Башҡортостан Хөкүмәтенең ҙур ҡаҙанышы булараҡ баһалана. Эшҡыуарға тәү сиратта хазинаға тиң сеймал – аҡ мәрмәр мөһим булһа, урындағы халыҡ өсөн эш урындары асылыуы шатлыҡлы күренеш.

Башҡортостан етештереү линияларын асҡан предприятиеларҙы һалым ташламалары һәм инфраструктура кешбегы менән ҡыҙыҡһындыра. Мәҫәлән, завод төҙөлөшө өсөн киткән сығымдарҙың 50 проценты юл, газ һәм электр селтәрҙәренә тоташтырыу ысулы менән кире ҡайтарыла.

Ишембайҙағы «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәтенә тағы ла бер миҫал. Быйыл уның уңыштары Бөтә Рәсәй рейтингында билдәләнде. Башҡортостан башлығы фекеренсә «Алға» ысын мәғәнәһендә ынтылыш яһаны.

«Алға» махсус иҡтисади биләмәһенең тәүге ҡарлуғасы «Аркада» теген фабрикаһы. Ойошмала йылына 220 мең эш кейеме тегергә иҫәп тоталар. Әле фабрикала «Сода» компанияһы хеҙмәткәре өсөн махсус кейем сығарыла. Цехта тәжрибәле тегенселәр ҙә, үҙ хыялын ниһайәт, тормошҡа ашырыусылар ҙа бар.

Фабрикала 800 эш урыны асылған. Вахта ысулы менән эшләү өсөн шарттар булдырылған. Комплекстың икенсе ҡатында ятаҡхана бар. Заманса тегеү фабрикаһы өсөн проектҡа һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме 680 миллион һум.

2020 йылда мәғлүмәт киңлектәрен шаулатҡан «Сода» берекмәһе үгеҙ йылында ниһайәт, эшлекле йүнәлешкә көйләнде. Был башлыса төп акционерҙың үҙгәреүе менән бәйле. Рәсәй Президенты фарманы менән «Сода» йәмғиәте акцияларының контроль пакеты Башҡортостан милкенә ҡайтарылды. Йыл предприятие өсөн рекордттарға бай булды.

Мы произвели наибольшее количество кальцинированной соды, пищевой соды, ПВХ, таких результатов мы не достигали за всю историю предприятия. Мы показали рекордный финансовый результат.

Эдуард Давыдов, «Башҡортостан сода компанияһы» генераль директоры

Аҡса ла башҡа йылдарҙағы кеүек Кипр оффшорҙарына оҙатылмай, ә урындағы иҡтисадта ҡала. Ун йылға иҫәпләнгән инвестиция программаһына 300 миллиард һум аҡса ҡаралған. Предприятиела етештереү линияларын яңыртыу ҙа алып барыла. Мәҫәлән, «Каустик» майҙансығында пиролиз мейестәре заман талаптары буйынса камиллаштырылған.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, ил иҡтисады коронавирустан һуң тиҙерәк аяҡҡа баҫты. Юғалтыуҙар ҙа әҙерәк, яҡынса – 3 процент самаһы. Сер түгел, әле тотош донъя күләмендә инфляция арта. Мәҫәлән, Ҡушма Штаттарҙа хаҡтар һуңғы 30 йылдағы иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Европа баҙарҙарында ла шул уҡ күренеш. Рәсәйҙә был йәһәттән хәл тотороҡлораҡ. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса эске тулайым тауар күрһәткестәре 4 ярым процентҡа үҫеш күрһәткән.

Рафиҡ Әхмәтшин