Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 239 кеше коронавирус йоҡторған. 383 пациент һауыҡҡан, 4 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле коронавирус менән ауырыусылар һаны 5 меңдән күберәк, 112 кеше дауаханаларға һалынған, күптәре өйҙәрендә дауалана. Ауырыусыларҙың төп өлөшө 60 йәштән өлкәндәр, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.