Өфөнөң йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары Граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре менән берлектә рөхсәт ителмәгән урындарҙа тюбинг-санала шыуыусыларға иҫкәртеүҙәр яһай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺәр йылдағыса Аврора урамы янындағы биләмәлә ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүселәр күплеге күҙәтелә. Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә текә урындарҙан шыуып, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Инспекторҙар ял итеүселәргә аңлатыу эше алып барып, уларҙы күңелһеҙ осраҡтарҙан араларға тырыша.
Гөлназ Хәйбуллина