Саҡмағош районы Нариман ауылында йәшәүселәр Яңы йыл каникулын спорт менән шөғөлләнеп уҙғара

«Атайсал» проекты буйынса ауылда хоккей майҙансығы төҙөлгән. Өфө районы Михайловка ауылында ла ял көндәрендә спорт майҙаны хоккей уйнауыслар менән тулы. Эшҡыуар унда майҙанды ҡарҙан таҙартыу өсөн техника бүләк иткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Боҙҙа тәүге матч. Саҡмағош районының Нариман ауылында хәҙер сәкән һуҡҡан тауыштар йыш ишетеләсәк. Командалар ярышын телевизорҙан түгел, үҙҙәрендә ҡарарға бөтә ауыл халҡы килгән. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә көйәрмән ролендә. Хоккей майҙанында Нариман һәм Рапат ауылдары спортсылары. Объект «Атайсал» проекты буйынса төҙөлгән.

Спорт майҙаны эшҡыуар Илшат Хаматшин менән Ирек Шәрипов башланғысы ярҙамында барлыҡҡа килгән. 3 ай эсендә бында 550 мең һумға хоккей уйнау өсөн майҙандан тыш электр үткәрелгән һәм башҡа уңайлыҡтар тыуҙырылған.

Нариманда 300-ҙән ашыу кеше йәшәй, йәштәр ҙә өлкәндәр ҙә спорт менән дуҫ.

Өфө районының Михайловка ауылындағы хоккей майҙансығына иһә уйынсыларға тиклем тәүҙә ошо техника сыға. Яҡынса 70 мең һум торған ҡар көрәгесте ауылдаштарына эшҡыуар бүләк иткән.

Хоккей майҙансығында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә спорт менән шөғөлләнә. Уларға ярҙам итеүҙе мин үҙ бурысым тип һанайым. Һәр кем тыуған төйәгенә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә алһа, был йәш быуын өсөн дә өлгө.

Владимир Әхтәмов, эшҡыуар

Беҙгә ҡар таҙарта торған техника бик кәрәк ине. Быға тиклем үҙебеҙҙең көс менән ҡарҙы көрәй инек, ата-әсәләр ҙә ярҙамға килде. Ҡар күп яуғанда техника булыу уңайлы.

Арсен Әхмәтов, тренер

Үҙҙәре бәләкәйҙән сәкән һуғып үҫкән эшҡыуарҙар бала саҡтан спорт менән шөғөлләнеүҙең тормош ауырлыҡтарын еңеүҙә мөһимлеген аңлай һәм тыуған төйәгенә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Владимир Әхтәмовтың программаһында был дүртенсе проект.

Рәмилә Исмәғилева