Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында яңы быуын китапханаһы асылды

Китапхананы заманлаштырыу «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында башҡарылды. Яңы статус алтаҡталағы яҙыуҙы ғына түгел, ә китапхананың эш стилен, имиджын да тулыһынса үҙгәртеүҙе аңлата.»Яңы быуын китапханаһы» тигән төшөнсәгә яуап бирерлек объектҡа заманса ҡорамалдар, йыһаз алынған, китап фонды яңыртылған. Тулыраҡ киләһе сюжетта.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ ярылып ята, китап белем шишмәһе, ғилем сығанағы. Ә Үрге Этҡол ауылында асылған китапхана ябай ғына түгел, күп функциялы мәғлүмәт, мәҙәниәт һәм мәғариф үҙәге. Учреждение Ишембай халҡы өсөн көтөп алынған Яңы йыл бүләге, бында төрлө быуын вәкилдәренең ихтыяжы иҫәпкә алынған.

Китапханала ололар һәм балалар абонементы, лаундж, мультимедиа һәм уҡыу зоналары, тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө, ижади оҫтахана эшләй. Күп функциялы зал – оло быуын кешеләренең ваҡытын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрергә лә ярҙам итә. Бында ауыл халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек заманса йыһазландырылған техника һәм интернет бар.

Балалар интерактив ҡоролмалар ярҙамында яңы белем үҙләштерә ала. Йәнһүрәт студияһы кескәйҙәрҙең ижади фекерләүен киңәйтергә ярҙам итә, уларҙы компьютер графикаһы, анимация нигеҙҙәренә өйрәтә.

Тәнзилә Хафизова 1998 йылдан бирле Этҡол ауылында йәшәй. Йәш сағынан уҡ клубҡа йөрөй, йырларға ярата, даны бөтә республикаға таралған «Умырҙая» ансамбле коллективы ағзаһы. Китапханала эшләп килгән ҡул эштәре түңәрәгенә бик теләп йөрөй. Башҡорт халыҡ йолаларын, традицияларын йәш быуынға ҡалдырыу йәһәтенән китапханала түңәрәктәр асылыуына ҡыуанып бөтә алмай.

Китапханала ижади лаборатория асылған, бында 3D-принтер ҡулланып ижади оҫтаханалар үткәрергә, керамик әйберҙәр яһарға өйрәнеп була. Теләгәндәргә Туҡыу станогында үҙ һәләттәрен тикшереп ҡарау мөмкинлеге лә бар. Лаундж зона массаж креслолары менән йыһазландырылған.

Китапхана заман талабына ярашлы итеп төрлө зоналарға бүленгән. Учреждениела ижади ҡарашлы, үҙ эшен яратҡан белгестәр коллективы эшләй. Заман технологиялары һәм махсус ҡорамалдар ярҙамында китапханаға күберәк кешеләрҙе йәлеп итер, тигән ышаныста улар.

Рәмзиә Кәримова