Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе сара 88-cе һәм 93-cө мәктәп уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен берләштерҙе. Билдәле булыуынса, белем усаҡтары биләмәләрендә спорт майҙансыҡтарын һәм йүгереү юлдарын яңыртыу талап ителә. Шуға быйыл «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнашыу ҡарары ҡабул ителгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДөйөм финанс сығымдар яҡынса ике миллион ярым һум булыр тип күҙаллана. 88-cе мәктәп программала тәүге йыл ғына ҡатнашмай, быға тиклем стадионды төҙөкләндереүгә ирешелгән. Еңел атлетика менән шөғөлләнеүгә лә уңайлы шарттар булдырыу планлаштарылған.
Гөлназ Хәйбуллина