Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылы халҡын яңы ФАП хеҙмәтләндерә

Асҡын районы  Ҡубыяҙ ауылында  яңы  фельдшер-акушер пункты  асылды. Быға  тиклемге учреждение 1970 йылда  төҙөлгән булған, заман талаптарына яуап бирмәгән.  Яңы  ФАП уҙған йылдың сентябрендә  төҙөлә башлаған.  Ҡубыяҙ ауылында  1 мең 400-ҙән ашыу  кеше  йәшәй.