Уҙған тәүлектә республикала коронавирус диагнозы тағы ла 235 кешегә ҡуйылған

Бөгөн стационарҙарҙа 104 пациент дауалана, уларҙың 71-е – 60 йәштән өлкәндәр. 25 сирле ауыр хәлдә, бер кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тағы ла 5 323 кеше яңы инфекцияға ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 355 кеше сыҡҡан, 14 кеше вафат булған.

Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау ҙа дауам итә. Бөгөнгә төбәктә 2 063 250 кеше вакциналауҙы тулыһынса тамамлаған. Был прививка эшләтергә тейешлеләрҙең 83 процентҡа яҡыны. Тәүлек дауамында медицина учреждениеларына прививка эшләтеү өсөн 3 817 кеше мөрәжәғәт иткән.

Айнур Кәбиров