Коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтмәүселәрҙе эштән бушатыу тураһындағы ҡануниәт 18 декабрҙән үҙ көсөнә ингәйне. Бынан ары коронавирус таралыуын сикләү маҡсатында ҡәтғи саралар күреләсәк , тине Радий Хәбиров оператив штаб ултырышында. Республика етәкскеһе әйтеүенсә, байрам каникулдарында халыҡҡа ял итеү мөмкинлеге бирелде, әммә һуңынан тикшереү эштәре көсәйтеләсәк.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров Сибай менән Туймазыла ковид госпиталдәр төҙөлөшөн дә әүҙемләштерергә ҡушты. Сөнки яңы штамдар быға тиклемгеләренән күпкә йоғошлораҡ һәм сираттағы тулҡын тағы ла көслөрәк көтөлә. Республика медицинаһы һәр төрлө бәрелешкә лә әҙер булырға тейеш.
Айнур Кәбиров