Бөгөн – Совет ғәскәрҙәренә погондар кире ҡайтарылған көн

Бөйөк Ватан һуғышының һынылышлы мәлендә, 1943 йылда юғары ставка был ҡарарҙы ҡабул итә. Октябрь революцияһынан һуң буржуазия ҡалдығы булараҡ әйләнештән алынған погондарҙы кире ҡайтарыуҙы баш командующий Иосиф Сталин хәстәрләүе лә билдәле. Әле улар хәрби дәрәжә билдәһе генә түгел, ә тәү сиратта һалдат һәм офицерҙарҙың намыҫ күрһәткесе. Погондар тарихын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин барланы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Запастағы подполковник Азамат Хызыров ярты ғүмерен Ҡораллы көстәр сафында үткәргән. 19 йәшенән яурынын погондар биҙәй. Хәрби билдәнең һалдат һәм офицерҙар өсөн еңел бирелмәүен үҙ иңендә татыған. Ундағы һәр билдә һәм йондоҙ тынғыһыҙ хеҙмәт емеше, тигән фекерҙә офицер.

Погондар – офицерҙың намыҫы. Уларҙа дәрәжә генә түгел, хәбиҙәрҙең яуаплылығы, ҡуйылған бурысты үтәү һәләте лә сағыла. Погондар тураһында тәүге тарихи мәғлүмәт урта быуат осорона барып тоташа. Ҡорос кейемдәге рыцарҙар яурындарына нәҫел тамғалары һуғылған тимер киҫәктәре таҡҡан.

Рәсәй империя осоронда погондарҙы башҡорт ғәскәре лә таға. Улар офицерҙар ғына түгел, һалдаттарҙың да яурынын биҙәй.

Революциянан һуң Ҡыҙыл армия погондарҙан баш тарта. Ул осорҙағы етәкселек эшсе һәм крәҫтиәндәр мәнфәғәтен яҡлаусы Ҡораллы көстәрҙә халыҡты иҙгән буржуазия ҡалдығына урын юҡ тигән фекергә килә. Граждандар һуғышы мәлендә большевиктар яғына күскән башҡорт ғәскәре лә погондарын сисә.

1943 йылдың ғинуары Сталинградта фашист илбаҫарҙарын ҡамауға алыу менән дә иҫтәлекле. Фельдмаршал Паульс һәм уның күп һанлы һалдаттары капитуляциялана. Совет армияһы Гитлер Германияһын тар-мар итеүгә әҙерлек башлай. Баш командющий Европаға яңы хәрби формала инеү бурысын ҡуя.

Европаны фашизмдан азат иткән Совет армияһы, артабан инде уның традицияларын дауам иттереүсе Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хәрби форма бер нисә тапҡыр үҙгәреш кисерә. Һалдаттарҙың баш, аяҡ һәм өҫ кейеме заман талабы буйынса камиллаша. Шуға ҡарамаҫтан, погондар даими үҙ урынында ҡала. Һалдат һәм офицерҙарҙың намыҫы булған хәрби билдәне Юдашкин кеүек танылған кутюрьелар ҙа урынынан күсерә алманы. Һалдат офицерҙарҙың яурынындағы погондар армияның нигеҙ ташы булып ҡала.

Рафиҡ Әхмәтшин