Пцр-тест һөҙөмтәләре буйынса «Салауат Юлаев» клубының бер нисә вәкилендә коронавирус асыҡланған

Әлегә 9 кешенең ауырыуы билдәле. Мәкерле сирҙең артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Континенталь хоккей лигаһы юлаевсылар ҡатнашлығында киләһе ике уйынды кисектерергә ҡарар иткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай итеп, иртәгә Хельсинкиҙа «Йокерит» һәм 10 ғинуарҙа Ригала «Динамо» командалары менән үтергә тейеш осрашыуҙар булмай. Бындай хәл бер Башҡортостан коллективы өсөн генә хас түгел. Әлеге ваҡытта Екатеринбургтың «Автомобилист» клубында ла күпләп ауырыусылар теркәлгән. Бөгөн шулай уҡ Мәскәү армеецтары араһында ла коронавирусҡа ыңғай пцр-тест тапшырыусылар асыҡланған.